Бөгөн баш ҡалала ҡышҡы ҡаласыҡтарҙы һәм Яңы йыл иллюминацияларын ҡороу тамамланыу алдында. Йорт-урамдар, майҙандар, йәмәғәт транспорттары байрамса биҙәлгән. Барыһы ла ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күңелен күреүгә йүнәлтелгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Яңы йыл кәйефен өләшеү өсөн тылсымсы булырға кәрәкмәй. Бары тик эште ихлас күңелдән башҡарыу ҙа етә. Хеҙмәт ветераны Дилара Шәрипова мәҫәлән, берҙәм коллектив менән бергә йыл да өфөлөләргә байрам ойоштора. 8-се маршрут пассажирҙары йәмәғәт транспорты биҙәлешенән ҡәнәғәт. Сөнки, урамдағы һыуыҡтан ингән халыҡтың йөрәген трамвайҙағы декоратив усаҡ йылыта.
Өфөлә Яңы йылға әҙерлек тамамланыу алдында. Шыршылар биҙәлгән, ҡаласыҡтар тиҙҙән тәүге кескәй ҡунаҡтарын ҡаршы аласаҡ. Иллюминациялар тағы ла ҡупшыраҡ, әкиәттәге кеүек булыр тип көтөлә. Уларҙы тылсымсылар түгел, ә «Өфө ҡала яҡтылыҡ» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре үҙ ҡулдары менән биҙәй.
Ә байрам ваҡиғаларына ижади коллективтар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яуаплы. Яңы йыл каникулында республикала 30 меңгә яҡын сара планлаштырылған. Китапхана, мәҙәниәт усаҡтары, театрҙар, ҡала майҙансыҡтары барыһы ла эшләйәсәк. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡыҙыҡлы квестар, конкурс-фестивалдәр, байрам тамашалары һәм Яңы йыл шыршылары көтә.
Саралар планы менән тулыраҡ «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы аша ла танышырға мөмкин. Унда һәр кем үҙ төбәгендә үтәсәк ваҡиғалар тураһында белә ала.
Азат Ғәлиуллин



