Киске сәғәт биштә шыршы тирәләй байрам программаһы башлана. Сарала ҡатнашыусылар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйләнә, санала, ҡаргиҙәрҙәрҙә шыуа, һыбай йөрөй ала. Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ башҡа мауыҡтырғыс ҡышҡы уйындар көтә. Байрамса биҙәлгән тирмәлә балалар һәм өлкәндәр Яңы йыл байрамының төп тылсымсыһы Ҡыш бабай менән яҡындан аралаша, уға шиғыр һөйләй, йыр-бейеүгә оҫталығын күрһәтә ала. Ошонда уҡ фотоға төшөргә лә мөмкин буласаҡ. Ҡыш бабай тирмәһе халыҡты 1 ғинуарға тиклем ҡабул итә.



