Уларҙы етештереү яҡшы үҫешә. Ил Президенты тура эфир барышында шулай тип белдерҙе. Дошманға ҡаршы дрондар фронттың бөтә участкаларында тиерлек ҡулланыла, - тине Владимир Путин.
“Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһы матбуғат конференцияһын һәм тура бәйләнеште берләштерҙе. Президент 70-тән ашыу һорауға яуап бирҙе.




