Был турала президент менән тура линия барышында белдерелде. Артем Орлов 2024 йылда Часов Яр ҡалаһын азат иткәндә һәләк була. Ул "Батырлыҡ өсөн" миҙалына күрһәтелә. Әммә әсәһе оҙаҡ ваҡыт награданы юллай алмай. Людмила Орлова тура линияға мөрәжәғәт итә. Оборона министрлығы был мәсьәләне тиҙ арала хәл иткән, награда тапшырылған.




