Радий Хәбиров Владимир Путинға Башҡортостандың потенциалын юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путинға төбәк эшмәкәрлеге һәм мөмкинлектәрен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙә Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу проекты тураһында яҙып, республикала сәнәғәт корпорацияһын, сит ил партнерҙары менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. «Был беҙҙең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектең мөһим йүнәлеше. Индустриаль парк проектын тормошҡа ашырыу менән беҙҙең Үҫеш корпорацияһы шөғөлләнә, коллегалар алдында федераль бюджет иҫәбенә производство майҙандарын төҙөкләндереү һәм модернизациялау бурысы тора», тип белдергән Радий Фәрит улы. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, индустриаль парк эшмәкәрлеге еңел һәм металлургия сәнәғәте, станоктар эшләү өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтеләсәк, ошонда уҡ медицина ҡорамалдары етештереләсәк. «Проект өҫтөндә артабан эшләйбеҙ. Президентыбыҙға иғтибары һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт!» тигән Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» барышында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйсән Закирова Президентҡа Тажикстанда индустриаль парк булдырыуҙа Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм тәжрибәһе тураһында һорау бирҙе. Владимир Путин был һорауға яуап биреп, Башҡортостандың үҫешкән технологик базаһын юғары баһаланы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ