Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальоны яугирҙары сираттағы гуманитар ярҙам алды

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт ирекле батальоны яугирҙары сираттағы гуманитар ярҙам алды. Махсус хәрби операция биләмәһенә ылауҙы Борай районы ирекмәндәре алып барҙы.

Йылы кейемдәр, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек. Район халҡы, ирекмәндәр был кәрәк-яраҡтарҙы үҙ ҡулдары менән етештерә. Ылауҙы туплауҙа тотош район халҡы ҡатнашҡан.

Шайморатовсылар шулай уҡ яңы йыл байрамына күстәнәстәр, балалар яҙған ҡотлауҙар алып ҡыуанды. Район эшҡыуарҙары иһә яугирҙарға генераторҙар, блиндаждарҙы нығытыу һәм йылытыу материалдары оҙатҡан. Был әйберҙәрҙең барыһы ла Еңеүҙе яҡынайтыуға ярҙам итә ти улар.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ