«Рәсәй бөркөттәре», «Бала саҡ навигаторҙары» өсөн берҙәмлек һәм илһам байрамы. «Торатау» конгресс-холында «Тәрбиәнең яңы фәлсәфәһе»тиа аталған төбәк-ара форум ойошторолдо. Балалар йәмәғәт хәрәкәте календарының сағыу сараһы хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Форум республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәренән 500-ҙән ашыу директор кәңәшсеһен һәм «Бала саҡ навигаторҙары» проектының 60-тан ашыу муниципаль координаторын берләштерҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев сәләмләне. Форумда ҡатнашыусылар үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен барланы, балалар һәм йәштәр менән эшләүҙәне иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашаты.
2025 йыл Башҡортостанда балалар башланғыстарын әүҙем үҫтереү йылы булараҡ әһәмиәтле булды.Республиканың 5 000 дән ашыу уҡыусыһы «Рәсәй бөркөттәре» сафына баҫты, «Бөркөт-эрудит», «Бөркөт-тарихи хәтерҙе Һаҡлаусы», «Бөркөт-оҫта» кеүек йүнәлештәрҙе үҙләштерҙе. Ейәнсура районынан «Рәсәй бөркөттәре» Ҡара диңгеҙҙә «Артек»та ял итеү бәхетенә ирешкән.
850 педагог «Бала саҡ навигаторҙары» проекты сиктәрендә белем алып, тәрбиә эшенең кадрҙар потенциалын көсәйткән. Улар араһында экологик акцияларҙан алып быуындарҙы берләштергән патриотик сараларға тиклем 200-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Бишбүләк районы Михайловка урта мәктәбендә Рәмил Миңлеғолов директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ул «Тамашасы һөйөүе» ноимацияһында еңеү яуланы.
Яңы йылда «Рәсәй бөркөтәре» программаһын республиканың 100 яңы мәктәбенә индререү күҙаллана. Бынан тыш. педагогтар өсөн»Инновациялар навигаторы «төбәк конкурсын үткәреү ҙә ҡаралған. Башҡортостан райондары араһында проекттар менән алмашыу өсөн онлайн-платформа булдырыоасаҡ. Рәсәй төбәктәренән килгән ҡунаҡтар ҡатнашлығында бөркөттәрҙең йәйге слетын үткәреү.ҙә көнүҙәк.
Башҡортостан балалары өлкәндәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгәндә яңынан-яңы еңеүҙәр яулаясаҡ.
Гүзәл Борханова



