Хәбир Аралбаев Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Аралбаев Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисына юғары награда Өс таған бейеүендәге өлкән ағай образы өсөн тапшырылды. Башҡорт хореография сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға үҙ өлөшөн индергән бейеүсе тураһында Флорида Миһранова яҙмаһында.

Ҡурайсы, бейеүсе, йырсы һәм башҡорт милли сәнғәтен яратыусы артист Хәбир Аралбаев сираттағы тамашаға әҙерләнә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы бигерәк тә» Өс таған«бейеүендә өлкән ағай образын яратып башҡара. Был образ өсөн ул быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды.

Хәбир Фәттәх улы» Өс таған«бейеүендә өлкән ағай ролен хореография, театр һәм сәнғәт күҙлектәренән оҫта башҡара. Яратҡан образын тыуҙырыу өсөн ул сәхнәгә һәр ваҡыт етди әҙерлек һәм яуаплылыҡ менән сыға.

Хәбир Аралбаев ижади ғаиләлә үҫкән. Әсәһе бейеүсе, атаһы музыка ҡоралдарында уйнай. Хәбир бәләкәйҙән үк бейеүсе булырға хыялланған.» Өс таған«бейеүендә өлкән ағай образын ул һигеҙенсе йыл башҡара. Хеҙмәттәштәре һәм ансамбль етәкселеге лә Хәбир Аралбаев юғары наградаға лайыҡ бейеүсе тип баһалай.

Башҡортостанда быйылдан Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһының күләме 500 мең һумға тиклем арттырылды. Конкурсҡа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәрен тәҡдим итергә мөмкин. Ижади эш авторҙары араһынан 3 еңеүсе билдәләнә. Уларға ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Хәбир Фәттәх улына премия»Башҡорт хореография сәнғәтен Башҡортостандың милли мираҫы булараҡ үҫтергәне өсөн«тапшырылды.

Ф.Миһранова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ