Баймаҡтың Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ҡаланың төп яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы үтте. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.
Баймаҡ ҡалаһының яңыртылған ял паркына килеүселәрҙе Ҡыш бабайҙар, ҡарһылыуҙар, әкиәт персонаждары ҡаршы алды. Яңы йылдың төп шыршыһын асыу тантанһында район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре күңелле тамаша ойошторҙо.
Сағыу уттар менән емелдәгән байрам шыршыһы үҙенә саҡырып торҙо. Быйыл был саранан ауыл хакимиәттәре лә ситтә ҡалманы. Конкурста барлығы 65 яңы йыл персонажы ҡатнашты. Иң сағыуҙары тип Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы билдәләнде һәм улар гран-приға лайыҡ булды. Күргәҙмәгә тәҡдим ителгән 8 сана араһында призлы урындарҙы Ҡолсора һәм Түбә ауылдары бүлеште.
Төп ҡупшыҡайҙы асыу тантанаһында үткән конкурстарҙа, уйындарҙа, әйлән-бәйләндә кесеһе лә, олоһо ла әүҙем ҡатнашты. Байрамды матур шыршы, күңелле флешмоб, ҡышҡы йәрминкә биҙәне, һәр кемгә яҡшы кәйеф бүләк итте.



