Бөгөн Рәсәйҙә энергетиктар көнө билдәләнә.Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Бөгөн төбәк энергетикаһында 25 меңдән ашыу кеше эшләй, ә яҡын тармаҡтарҙы иҫәпкә алғанда-50 мең самаһы. Ныҡлы энергетика системаһы-иҡтисад үҫешенең нигеҙе, шуға ла электр станцияларының ҡеүәтен һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу дауам итә. Шулай уҡ электр селтәрҙәре комплексы үҫтерелә, күпләп төҙөлөш барған райондар, инвестиция майҙансыҡтары һәм өҫтөнлөклө зоналар электр менән тәьмин ителә. Мәҫәлән, быйыл ғына Иглин районында «Алаторка», Өфөлә «Инорс» подстанциялары төҙөлдө. Дөйөм алғанда, электр селтәре инфраструктураһына инвестициялар һуңғы 5 йылда 9 миллиард ярым һумға тиклем артҡан, һәм был күләм кәмемәйәсәк. Энергетиктарыбыҙға ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ эш, һаулыҡ һәм уңыштар теләйем, тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.




