Өфөлә республиканан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеүсе ирекмәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте

«Конвой командаһы-102. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Өфөлә республиканан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеүсе ирекмәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Еңеү өсөн тыл ярҙамы күрһәтеүселәр хаҡында киләһе яҙмала.

Улар махсус хәрби операция башланыу менән мәҙәниәт йорттарында, мәктәптәрҙә ирекмәндәр штабы ойоштора.Социаль учреждениелар булмаған осраҡта ла юғалып ҡалмай, ярҙамды үҙҙәре йәшәгән йорттарҙа башлап ебәрә. Ил именлеге өсөн көрәшкән яугирҙарға ярҙамды улар йөрәк ҡушыуы буйынса башҡара.

Егәрле, ҡул эштәренә оҫта ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә, шлем йәшереү өсөн башлыҡтар, костюмдар тегә, дронға ҡаршы юрғандар һыра. «Конвой командаһы-102»-гә бөтә республика илһөйәрҙәре бер көс булып тупланған.

Өфөнән «Бәйләйбеҙ һәм тегәбеҙ» ирекмәндәр штабының республикала 5 филиалы бар. Уларҙың береһе «Инорс» биҫтәһенең Ферин урамында урынлашҡан. Яугирҙарға флис кейем тегеүселәр, билбауҙар һәм йылы ойоҡбаштар бәйләүсе ирекмәндәрҙең эше рәхмәт хаты менән баһаланды.

Үрге Төкөн ауылының ирекмәндәр штабы ла фронтҡа әүҙем ярҙам күрһәтә. Көн һайын ирекмәндәр, яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн маскировка селтәрҙәре һәм дрондан һаҡланыу шаршауҙарын әҙерләй.

Башҡортостан ирекмәндәренең «Конвой командаһы-102.Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» сафындағы водителдәр, эшҡыуарҙар һәм еңеү өсөн тырышыусы төрлө һөнәр эйәләре бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде. Улар һуңғы туптар тынғанға тиклем Донбассҡа гуманитар йөк ташырға,һалдаттарға ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ