Республика медицина-генетика үҙәге хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итә. Тәүҙә аҙыҡ-түлек, эш ҡоралдары, төҙөлөш материалдары һәм күп һанлы посылкалар ебәрһәләр, бөгөн стериль бәйләү комплекттары оҙатыла. Медицина ойошмаһы ирекмәндәре тураһында киләһе яҙмала.
2 йыл инде Республика медицина-генетика үҙәге хеҙмәткәрҙәре көн һайын төп эшенән тыш стериль бәйләү комплекттары әҙерләй. Бының өсөн медицина ойошмаһында айырым бүлмә бүленгән. Комплекттар хәрби табиптар кәңәше буйынса эшләнә, улар менән төрлө ҙурлыҡтағы яраларҙы бәйләргә мөмкин.
Стериль бәйләү комплекттары ялан госпиталдәрендә беренсел хирургик дауалауҙа, шулай уҡ яралы яугирҙарға беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡулланыла. Коллектив эшкә хәйриә фондтары ла ярҙам күрһәтә.
2024 йылдың декабренән медицина ойошмаһының элек буш торған ашхана бинаһында штаб ойошторолған. Бында маскировка селтәрҙәре үрелә, дронға ҡаршы юрғандар тегелә, гуманитар йөк туплау һәм оҙатыу эштәре башҡарыла.
Фидан Монасипов



