Әлшәй районында теркәлгән ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн иртән Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә юлында 10-сы модель «ВАЗ», «Maзда» һәм «Шакман» йөк машинаһы бәрелешкән. Юл-траспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Ватан еңел автомобиленән өс кеше һәм инормарканан бер пассажир һәләк булған. Тағы өс кеше дауаханаға оҙатылған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, зыян күргән ике кеше реанимацияла ауыр хәлдә, өсөнсөһө-уртаса ауырлыҡта. Әле фажиғә урынында полиция, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ