Төп әкиәт персонажының яңы йыл резиденцияһы күптәрҙең яратҡан ҡышҡы ял урыны. Быйыл да бында балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙән төнгө 9-ға тиклем көтәләр. Тирмәне асыу уңайынан этнокомплекста яңы йыл программаһы ойошторолдо. Ҡунаҡтар Ҡыш бабай һәм уның ейәнсәре Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, санала, ҡаргиҙәрҙә шыуҙы, атта йөрөнө, төрлө уйындарҙа ҡатнашты.
Ҡунаҡтар шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, уҡтан ата ала. Майҙанда милли кейемдә фотосессия ойошторорға ла мөмкин «Торатау» геопаркы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыш бабай тирмәһендәге ял-бер бала өсөн 350 һум, ә оҙатып йөрөүсе бер өлкән кешегә бушлай.



