Башҡортостанда милли проекттарға 50 млрд һум йүнәлтелде

Инфраструктураны үҫтереү-өҫтөнлөклө йүнәлеш. Быйыл Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 50 млрд һум аҡса йүнәлтелгән, сумманың 35 млрд 600 млн һумы-федераль сығанаҡтан. Финансты муниципалитеттар ҙа индергән. Был турала бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Ултырышта күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Оҙон һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда беренсел медицина звеноһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Быйыл алты поликлиника, 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, 9 медицина учреждениеһында капиталь ремонт уҙғарылды. Дауаханаларҙы заманса медицина ҡорамалдары һәм махсус автотранспорт менән тәьмин итеү буйынса ла һөҙөмтәле эш алып барылды. Ә бына «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса төбәктең мәғариф системаһы яңыртылды. Быйыл ғына 35 мәктәптә һәм өс колледжда капиталь ремонт уҙғарылды, вуз-ара кампустың икенсе этабы төҙөлөшөнә старт бирелде.

Башҡортостанда ун ике милли проект буйынса 42 федераль проект тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатта 50 млрд һум йүнәлтелгән, сумманың күп өлөшө федераль бюджеттан бүленгән. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Ултырышта иҡтисад һәм технологик лидерлыҡты нығытыу, тормош өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуға йүнәлтелгән йәмәғәт өсөн мөһим проекттар һөҙөмтәләре барланды. Әйтәйек, быйыл 256 cаҡрым автомобиль юлы яңыртылған, ике күпер сафҡа индерелгән, 170 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.

Ныҡлы энергетика системаһы-иҡтисад үҫешенең нигеҙе, шуға ла электр станцияларының ҡеүәтен һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эш тә дауам итә. Дөйөм алғанда, республикала электр селтәре инфраструктураһына инвестициялар һуңғы 5 йылда 5 миллиардтан 9 миллиард ярым һумға тиклем артҡан, һәм был күләм кәмемәйәсәк,- тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Оператив кәңәшмә барышында Рәсәйҙә энергетиктар көнө уңайынан бер төркөм тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.

Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы алдында тағы ла бер яуаплы бурыс ҡуйылды-юл-ихаталарҙа ҡарҙы ваҡытында таҙартыу.

Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһының Ленин урамы ремонтына ла туҡталып, төҙөлөштө йәнләндерергә ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ.» республика журналистар премияһы әһәмиәте тураһында ла һөйләне. Уҙған аҙнала егерме еңеүсене бүләкләү тантанаһы үтте.

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу буйынса проектҡа ла туҡталды. Ил президенты тура линия барышында Башҡортостан тарафынан был йүнәлештә алып барылған эшкә юғары баһа биргәйне. Проект буйынса юл картаһы булдырылған, киләһе йыл федераль ҡаҙнанан финанстар көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ