Радий Хәбиров Салауат районы Мөрсәлим ауылынан 6-сы класс уҡыусыһы Максим Шаһиморатов менән осрашты

Үҫмер бер йыл элек республика етәксеһе саҡырыуы буйынса уның эш кабинетында булғайны инде. Максим, бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл клубындағы художество түңәрәгенә йөрөй. Ике тапҡыр «Салют» реабилитация үҙәгендә булған. Ҡурғандағы Илизаров исемендәге учреждениела дауаланыу курстары үтергә йыйына. Максим үҙаллы уҡый башлаған. Ул төбәк башлығына үҙенең һүрәтен бүләк итте, шулай уҡ хәҙер танкист булырға хыялланыуы хаҡында һөйләне. Радий Хәбиров үҫмерҙең тағы бер теләген үтәп, уның һүрәттәренең береһенә изге теләктәр яҙҙы.Тулыраҡ төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

Волна
Акции БСТ