Башҡортостанда юлда бәләгә тарыусыларға автоинспекция ярҙам иткән

Шишмә районында Бөрөнән Туймазыға  йүнәлгән автобус ватылған. Салонда 19 кеше булған, 14-15 йәшлек үҫмерҙәр спорт аэробикаһы буйынса ярыштарҙан ҡайтып килгән. Был урынға юл полицияһының махсус экипажы, шулай уҡ ҡотҡарыусылар килеп еткән. Автобусты йүнәткәндәр, юлда һауа торошона бәйле сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, пассажирҙар ҡунаҡханаға урынлаштырылған, һуңынан улар өйҙәренә ҡайтып еткән.

Фото №1 - Башҡортостанда юлда бәләгә тарыусыларға автоинспекция ярҙам иткән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ