Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барылды. Өфөнән Белорет, Иглин, Ҡыҙылъяр, Ҡырмыҫҡалы йүнәлешендә участкалар тәртипкә килтерелде. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә был юлдарҙан халыҡ күпләп йөрөй, шулай уҡ туристар килә, көн һайын 15 меңгә яҡын автомобиль үтә. Быйыл Башҡортостанда милли проект буйынса 265 километр юл төҙөкләндерелгән.




