Был мәсьәлә республика хөкүмәтендә ҡаралды. - Башҡортостан күп йүнәлештәр буйынса яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Контейнер майҙансыҡтарын асыу, яңы техника алыу буйынса план раҫланған. Байрам көндәрендә халыҡ мөрәжәғәттәренә иғтибарҙы арттырға, сүп сығарыуҙы яҡшы ойошторорға кәрәк, - тине Андрей Назаров. Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары 436 махсус техника менән сығарыласаҡ.




