Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында балалар өсөн заманса майҙансыҡ булдырылған, биләмә яҡтыртылған. Шулай уҡ мини-футбол, баскетбол уйнау мөмкинлеге бар, спорт инвентары урынлаштырылған. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса башҡарылған. Башҡортостанда 2019 йылдан алып 806 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелгән.




