Халыҡ теләге буйынса. «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы нигеҙендә Ауырғазы районы Сыуаш-Ҡарамалы ауылы мәктәбендә тәҙрәләр яңыртылған. Биләмәлә йәшәүселәр проектта тәүгә генә ҡатнашмай, быға тиклем быуаның тирә-яғы, мәҙәниәт йорто, мемориаль комплекс төҙөкләндерелгән. Белем усағында ла ремонт өсөнсөгә уҙғарылған. Мәктәп музейы район кимәлендә алдынғылар иҫәбендә. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Юрий Леонтьев билдәләүенсә, алда ҙур юбилей сараһы көтөлә.



