Өфөлә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр урамдарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл

Башҡортостанда күпләп ҡар яуҙы. Өфөлә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр урамдарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл. Эшкә 1 мең 260-тан ашыу хеҙмәткәр, 570 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡар сығарыу төп йүнәлештәр буйынса алып барыла: магистралдәр механизация саралары ярҙамында таҙартылһа, социаль учреждениелар эргәһе, ихаталар һәм тротуарҙар ҡул менән көрәлә. Һуңғы тәүлектә генә 11 мең кубометрға яҡын, ҡыш башынан йәмғеһе 97 мең кубометр самаһы ҡар сығарылған. Юлдарҙа хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бирелә. Боҙлауыҡҡа ҡаршы тәүлек эсендә 535 тоннанан ашыу реагент һибелгән. Бөтә хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Һауа шарттары насарайыуына бәйле, бөгөн республика юлдарында йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелде. Әлеге ваҡытта Өфө-Иглин-Красная Горка -Павловка, Благовещен-Павловка, Өфө-Инйәр-Белорет, Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы, Дүртөйлө-Нефтекама юлының айырым участкаларында хәрәкәт туҡтатылған. Сикләү ваҡыты көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем ғәмәлдә, әммә уның һауа торошона ҡарап оҙайтылыуы ла ихтимал.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ