Был турала Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының дөйөм йыйылышында хәбәр ителде. Осрашыуҙа Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сергей Лавров үҙенең сығышында билдәле мәмерйәне исемлеккә индереү тураһындағы ҡарарҙың Рәсәй башланғысы менән ҡабул ителеүен билдәләне. Хәҙер ватаныбыҙ абруйлы бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән 34 объект менән ғорурлана ала, тине министр.
Радий Хәбиров та республиканың тәбиғи, этномәҙәни төрлөлөктө һаҡлау, экологик туризмды үҫтереү, мәғариф проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ЮНЕСКО менән тығыҙ эшләүен билдәләне. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһына, илдең сит ил эштәре министрлығына һәм шәхсән Сергей Лавровҡа төбәккә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Дөйөм йыйылыш сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән Александр Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү геология институты араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Радий Хәбиров һәм учреждение етәксеһе Павел Химченко ҡул ҡуйҙы.
Килешеү Башҡортостанға Рәсәйҙә геопарктар булдырыу һәм үҫтереү буйынса лидер һәм методологик үҙәк ролен нығыта. «Янғантау» һәм «Торатау» базаһында алынған тәжрибә башҡа төбәктәр өсөн эталон буласаҡ.




