Өфө предприятиеһында һаҡсыл производство технологиялары индерелде

Бәләкәй бизнестың ҙур мөмкинлектәре. Өфөләге предприятиеларҙың береһе Төбәк компетенциялар үҙәгенең адреслы ярҙамын ҡулланып, һаҡсыл производство технологияһын индергән. Был хеҙмәткәрҙәргә эш процессын оптималләштерергә һәм компания ресурстарын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға булышлыҡ иткән. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Стрейч пленка-күп тармаҡтарҙа теге йәки был тауарҙы төргәндә кәрәкле материал. Баш ҡалалағы предприятие өс йыл элек уны етештерә башлап, республикала ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә үҙ ҡулланыусыларын тапҡан.

Беҙ алдыбыҙға пленкаларҙың яңы төрҙәрен эшләү бурысын ҡуйғайныҡ. Йоҡа, шул уҡ ваҡытта ныҡ булған, сифатлы продукция сығарабыҙ. Күп төрлө компаниялар менән хеҙмәттәшлек булдырылған. Уларға үҙ тауарҙарын төрөү буйынса варианттар тәҡдим итәбеҙ.

Руслан Мостафин, предприятие директоры

Предприятие бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам программаһы буйынса льготалы кредит алып, үҫеш юлына баҫҡан. Йылына етештереү күләме ике мең ярымға еткән. Заманса автоматлаштырылған ҡорамалдар ярҙамында эш күпкә еңеләйгән.

Сеймалды ҡабул итеүҙән алып әҙер продукция сығарыуға тиклем-бөтә эш процессы автоматлаштырылған, контролдә тотола. План теүәл үтәлә, бер сменала ғына биш тонна стрейч-пленка етештерелә.

Андрей Маршонков, технолог

Тап һаҡсыл производство технологиялары индерелеү менән күрһәткестәр ҙә яҡшыра. Компания ресурстарын һөҙөмтәлерәк ҡуллана башлай. Етештереү ҡеүәте лә артҡан.

Һаҡсыл технологиялар проекты беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Производство күрһәткестәрен арттырыуҙан тыш, станок-ҡорамалдарҙа башҡарылған операцияларҙы ла 8 процентҡа оптималләштерҙек. Хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уңайлы һәм хәүефһеҙ эш урындары ойошторолдо.

Ирина Вәлиәхмәтова, предприятиеның үҫеш буйынса директоры
Башбат

Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, һаҡсыл проивзодство технологиялары үҫеш мөмкинлектәрен киңәйткән. Киләһе йыл яҙ стрейч-пленка етештереү буйынса тағы ла бер линия сафҡа инәсәк. Шулай уҡ экспорт буйынса эште йәнләндереү, сит ил баҙарына сығыу маҡсаты ҡуйылған.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ