Өфөлә балалар өсөн изгелекле шыршы байрамы ойошторолдо

Өфөлә адмирал Бакаев исемендәге диңгеҙселәр үҙәгендә 3-сө мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүсе утыҙ балаға шыршы байрамы ойошторолдо. Малай -ҡыҙҙар башлыса махсус хәрби операция яугирҙары һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән. Улар өсөн хаҡлы ялдағы Юрий Иванов махсус рәүештә шыршы һатып алып биҙәгән, тәмлекәстәр әҙерләгән. Үҙенең бала сағы һәм үҫмер йылдары балалар йотонда үткән Юрий Иванов балаларҙың Яңы йыл байрамын мөғжизә һәм йылы тәьҫораттар менән байытырға теләгән. Малай-ҡыҙҙар шыршы тирәләй уйнаны, әкиәт донъяһына эләккәндәй күңел асты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ