Күрелгән зыян күләме 20 миллион һумға етеүе мөмкин. Бөрө районында күлгә батып һәләк булған һарыҡтарҙың хужаһы ҙур юғалтыуҙар кисерә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, меңдән ашыу ваҡ мал боҙ аҫтына киткән. Ваҡиғаға сәбәпсе тип боҙҙоң йоҡа булыуы һәм һәләкәт көндө ҡыш миҙгеленә хас булмаған һауа торошо ҡарала. Фермерға ҡотҡарыусылар күрһәткән хеҙмәткә түләргә, һәләк булған хайуандарҙы Алабуға ҡалаһындағы мал ҡәберлегенә оҙатырға ла тура киләсәк.
Алдан хәбәр итеүбеҙсә, әле ҡотҡарыусылар 800-гә яҡын ваҡ малды боҙ өҫтөнә сығарған, мөғжизә менән һарыҡтарҙың береһе иҫән ҡалған. Хужалыҡ етәксеһе элек тә күл янында законһыҙ мал көтөүе билдәле. Экологтар тарафынан эпидемиологик хәл даими контролдә тотола, анализ өсөн һыу өлгөләре алына.



