«Бөгөн, 24 декабрҙә Башҡортостан Конституцияһы көнө билдәләнә. Конституция-республиканың төбәккә үҫеш мөмкинлеге биргән ҡануни нигеҙе. Булған ҡиммәттәребеҙгә таянып алға барырға кәрәк. Быуаттар дауамында Башҡортостан бөйөк Рәсәйҙең мөһим өлөшө булып ҡала һәм беҙҙең Конституция ошо берҙәмлекте нығыта. Барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!» тип белдергән Радий Хәбиров.




