Тантана Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә үтте. 2023, 2024 йылдарҙағы ижады өсөн бер төркөм йәштәргә абруйлы премия тапшырылды.
Дамир Тайыпов премияға «Юғары һөнәри ҡаҙаныштары һәм вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалаған өсөн»;
Заһиҙә Мусина менән Рәзинә Урманшина-Кемел Тоҡаевтың «Серле эҙ» китабына художестволы тәржемә һәм заман милли прозаһы үҫешенә индергән өлөш өсөн«һәм Хәбир Аралбаев -»Башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендә солист булараҡ хеҙмәте һәм башҡорт хореография сәнғәтен Башҡортостандың милли мираҫы булараҡ үҫтергәне өсөн«лайыҡ булдылар. Талантлы йәштәргә ижадта һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем булыу, юғары исемде лайыҡлы йөрөтөү бурысы тора. Быйыл премия утыҙынсы тапҡыр тапшырылды һәм уның суммаһы 500 мең һумға тиң. Киләһе йылда номинацияларын арттырыу көтөлә, тиелде тантанала.
Сарла шулай уҡ яҙыусы, журналист Ниязбай Сәлимовҡа»Бәхетстан«китабы өсөн республиканың әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды. Шиғырҙар, әкиәттәр, йомаҡтар китабы яҙыусының илле йыллыҡ ижадында етенсе китап. Премия балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад итеү өлкәһендә ике йылға бер тапшырыла.




