Ғибәҙәтхананы Башҡортостан яугирҙарының рухи остазы Отец Виктор изгеләндерҙе. Күптән түгел генә яҡташтарыбыҙ ошо уҡ урында мәсет һалғайны. Иман йорто һәм сиркәүҙең йәнәш урынлашыуы тотош илдәге конфессия- ара татыулыҡ, толерантлыҡ өлгөһө. Тап ошо дуҫлыҡҡа шына ҡағыу ниәте коллектив көнбайышҡа тынғылыҡ бирмәй, ти диндарҙар. Яугирҙарҙы иһә дини туғанлыҡ тойғолары нығыта ғына. Донецк халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Май шәмдәре ҡуйыу урыны-ҡом тултырылған патрон һауыттары, тәреләрҙең дә һуғышта емерелгән йорттарҙа табылғандары. Ғибәҙәт ҡылыу йорто ла юғары архитектур зауыҡ менән маҡтана алмай. Әммә был бер нисек тә уның изге урын булыуын кәметмәй. Отец Виктор тәүге ғибәҙәтен дә яуҙа һәләк булған яугирҙар рухына бағышланы. Ә сиркәүҙең иһә тап тереләр өсөн кәрәклеген билдәләне.
Сиркәү Радий Хәбиров тәҡдиме менән төҙөлдө. Башҡортостан башлығы был ниәтен Салауат Юлаев батальоны яугирҙары төҙөгән мәсетте килеп күргәндә белдергәйне. Яҡташтарыбыҙ оҙаҡҡа һуҙмай эшкә тотондо. Тәүҙә Донбасс еренә Бәләбәй еренән боронғо ҡорам көмбәҙе килтерелде.
Сиркәүҙе төҙөүҙә дин, милләтенә ҡарап тормай һәммәһе лә ҡатнашҡан. Нигеҙҙе Ҡыйғылар һалһа, бураны Белореттан уҡ килтереп күтәргәндәр. Архитектор вазифаһына инде төҙөлөш тәжрибәһе булған»Моджахед«ҡушаматлы Баймаҡ егете һайланған. Яугирҙар өсөн берҙәмлек, дини татыулыҡ ябай тоғолар ғына түгел, ә йәшәү көсө, ти ул.
Сиркәү янында ғына ислам йорто манараһы балҡыуы ла ошо һүҙҙәргә асыҡ дәлил. Билдәле картиналағы кеүек. Мосолман дуҫым, һин уҡынып ал, ә мин һаҡта торам.
Изге Николай исемен йөрөтәсәк сиркәү урындағы халыҡ өсөн дә ғибәҙәт ҡылыу урыны буласаҡ. Иман йорто асылмаҫ борон да мәхәллә ҡылыусылар күп булған. Тәүге тәреләрҙе, дини кәрәк-яраҡтары ҙа ла тап улар килтергән. Улар ҙа башҡорт яугирҙары именлеге һәм һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә шәмдәр ҡабыҙған.
А.Кәбиров



