Республика мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәүгә 120 ҡыҙ һәм малай бара. Уларҙың күбеһе махсус хәрби операция яугирҙарының балалары. Шыршы байрамы бөгөн башлана һәм 27 денкабргә тиклем дауам итә. Кремль шыршыһы – Дәүләт Кремль һарайында уҙғарыла. Был сара беренсе тапҡыр 1937 йылда ойошторола һәм традицияға әйләнә. Ошо уҡ көндәрҙә Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле шыршыһы ла була. Түбәнге Новгородҡа 20 уҡыусы саҡырылған.




