Быйыл республикала фондтың яңы биналары барлыҡҡа килде. Муниципалитеттарҙа берҙәм ҡабул итеү үҙәктәре эшләй башланы. Баш ҡалала “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының яңы бинаһы асылды. “Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарға ярҙам итеү буйынса ла ҙур эш башҡарылды”, -ти фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
“Беҙҙең көс берҙәмлектә. Бөгөн ябай булмаған осорҙа ил яҙмышына битараф булмаҫҡа тейешбеҙ”, ти Гөлнур Ҡолһарина.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы булдырылған.




