Зариф Байғусҡаров йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы

600-гә яҡын ҡануни документ, йөҙҙәрсә мөрәжәғәт. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы.

Осрашыуҙа Республика нәшриәт йорто, матбуғат саралары етәкселәре, журналистарҙан тыш, министрлыҡ, ведомстволар белгестәре лә ҡатнашты. Һуҙ депуттатың ҡануни эшмәкәрлеге, ҡабул ителгән яңы закондар тураһында барҙы. Зариф Закир улы әйтеүенсә, уҙған йыл уңышлы үткән. Бюджет тураһындағы ҡануниәт хаҡлы ялдағы һәм эшләп йөрөгән өлкән йәштәгеләрҙең пенсияһын арттырыуҙы, бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәреүҙе, әсәлек капиталының суммаһын күбәйтеүҙе үҙ эсенә ала. Осрашыуҙа шулай уҡ урман юлдары, демография, ваҡытлы матбуғатты таратыу һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар менән бәйле һөйләшеү булды. Зариф Байғусҡаров мигранттар буйынса ҡабул ителгән законды ла билдәләп үтте. Ҡануни документ сил илдән килеүселәргә ҡәтғи талаптар ҡуя.

Осрашыуҙа һүҙ йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында ла барҙы. Мәғлүм булыуынса, Зариф Байғусҡаров Башҡортостандың «Атайҙар ҡоро»н етәкләй, Талҡаҫ күлен таҙартыу буйынса экологик өмәләр ойоштора. Депутат фекеренсә, был йүнәлештәге эшмәкәрлек йәш быуында ғаилә ҡиммәттәрен, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй. Зариф Закир улы әле ер аҫты ҡаҙылмаларын файҙаланыусыларға талаптарҙы ҡәтғиләштереү буйынса эш алып бара. Йәғни компаниялар эш башлар алдынан махсус фондҡа рекультивация өсөн аҡса индерергә тейеш. Ул аҡса процентт артып ятасаҡ, ергә килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн тотоноласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ