Ҡайҙа ғына булһаң да, ҡайҙа эшләһәң дә тыуған илең-Рәсәй, һин Башҡортостандан икәненеңде онотма. Танылған опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов атаһының васыятын Кремлдә уҙған бүләкләү тантанаһында иҫкә төшөрҙө. Владимир Путин яҡташыбыҙға һәм тағы ла бер нисә мәҙәниәт хеҙмәткәренә «Рәсәйҙең халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем тапшырҙы. «Һеҙ сәнғәттең төрлө жанрҙарын тәҡдим итәһегеҙ, әммә барығыҙҙы ла ижади ихтыяж, эштәрегеҙҙең сифаты һәм ысынлап та бөтә халыҡ таныуы берләштерә», -тине дәүләт башлығы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Әмир улы бер йыл элек Севастополь дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде.



