170-се гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Был уҙып барған йылда Башҡортостан хәрбиҙәренә тәғәйенләнгән 28-се адреслы ярҙам. Гуманитар конвой төбәк башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса власть органдары, муниципалитеттар һәм ирекмәндәр көсө менән ойошторолған. Йөк составына бронялы автомобилдәр, мунсалар, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм гигиена әйберҙәре ингән. Шулай уҡ хәрби подразделениелар яугирҙарына бүләктәр, уҡыусыларҙың хаттары, бетеүҙәр һәм ҡышҡы байрам символы-яңы йыл шыршылары ла ебәрелде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ