Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында заманса мәҙәниәт йорто асылды

Ул Башҡортотсан башлығы ҡушыуы буйынса төҙөлдө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың майында төбәктә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында ат арбаһында халыҡ байрамына китеп барған урындағы артистарға автомобиль бәрелә. Аварияла биш кеше етди йәрәхәттәр ала. Мәсетле районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров иҫке клуб бинаһы урынына яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙөләсәк, тип вәғәҙә иткәйне. Объект «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса сафҡа инде. Уға 120 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ