Өфөнөң Ленин районында «Тулҡын» паркында Яңы йыл майҙансығы асылды

Өфөлә Яңы йыл майҙансыҡтары асыла. Тәүгеләрҙән булып байрам алды ҡыуанысын баш ҡала халҡы Ленин районының «Тулҡын» паркы алдында кисерҙе. Майҙансыҡ былтырғы йыл менән сағыштырғанда күпкә сағыуыраҡ. Бер юлы бында Ҡыш бабай резиденцияһы тәүге кескәй ҡунаҡтарын да ҡабул итте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Байрамса кәйефте сатлама һыуыҡ ҡурҡыта алмай. Яңы йыл ҡупшыҡайы биҙәлгән майҙанды асыу һәр кем өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.

Яңы йыл байрамдарында Өфөнөң Ленин районы биләмәһендә өс һырғалаҡ, 8 хоккей майҙансығы эшләйәсәк. Байрам тамашалары, Яңы йыл иртәлектәре ҡаралған үтәсәк. Уларҙа балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала.

Олег Котов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы

Ошонда уҡ Ҡыш бабай резиденцияһы ла рәсми асылды. Ҡыҙҙар-малайҙар сират тороп шиғыр һөйләне, Яңы йыл йырҙарын башҡарҙы. Әлбиттә, бер кем дә күстәнәсһеҙ ҡалманы.

Ҡыш бабай резиденцияһы Яңы йыл байрамдары тамамланғансы эшләй. Шулай уҡ «Тулҡын» паркында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында төрлө мәҙәни программалар ҙа ҡаралған.

Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, яҡын арала Яңы йыл майҙансығы тағы бер нисә арт-объект менән тулыланасаҡ. Республика район-ҡалаларында көтөлгән саралар планы менән тулыраҡ «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында танышырға мөмкин.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ