Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, 2019-2024 йылдарҙа республикала 93 мең гектарҙан ашыу урман тергеҙелгән. 700 техника һәм ҡорамал алынған. Бының өсөн миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. - Урмандарҙы һаҡлау буйынса быйыл билдәләнгән план үтәлде, - тип белдерелде ултырышта.




