Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмәне Владимир Путин үткәрҙе. Президент билдәләүенсә, иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ араһында мәшғүлдәр өлөшө 97,8 процентҡа еткән, ә эшһеҙлек 2,2 процентҡа тиклем кәмегән. Айырыуса илдең ҡайһы бер төбәктәрендә, һәм дөйөм алғанда йәштәр араһында эшһеҙлек һәр ваҡыт бер аҙ юғарыраҡ, әммә бында ла ыңғай үҙгәрештәр бар. 34 йәшкә тиклемге граждандар араһында эшһеҙҙәр һаны тотороҡло кәмеүгә бара. Радий Хәбиров билдәләүенсә, иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе илдә һәм төбәктә көнүҙәк темаларҙың береһе. Иғтибарҙы урта һөнәри белем биреүгә йүнәлтеү үҙ һөҙөмтәһен бирә, ти республика етәксеһе.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ