«Башҡортостан» концерт залында һәләтле уҡыусылар өсөн Яңы йыл тамашаһы үтте

«Башҡортостан» концерт залы бөгөн меңдәрсә баланы Яңы йыл тамашаһына йыйҙы. Байрам Республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған.

Яңы йыл кисәһенә Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан уҡыу алдынғылары саҡырылған. Мәғариф министрлығы етәкселәре әйтеүенсә, Башҡортостан һәләтле уҡыусылары менән дан тота, улар төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында даими еңеү яулай. Ойоштороусылар балалар өсөн бай йөкмәткеле тамаша әҙерләгән. Розалиә Көмөшбаева байрамға Азалиә, Дилиә, Илсиә исемле ҡыҙҙары менән килгән. Мәктәптә белем алған ике ҡыҙым уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмай, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулай, ти әсәләре оло ғорурлыҡ менән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ