Башҡортостанда туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге асылды

«Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты буйынса Башҡортостанда 19 мәғариф-производство үҙәге булдырылған. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында ойошторолған кластер тураһында киләһе материалда.

Экскурсиялар һәм спорт туризмы, ресторан сервисы, ҡунаҡсыллыҡ-студенттар махсус оҫтаханаларҙа һөнәр үҙләштерә. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында туристик маршруттар төҙөргә лә, аш -һыу бешереп, ҡунаҡтар өсөн өҫтәл әҙерләргә лә өйрәтәләр. «Профессионалитет» федераль программаһы буйынса уҡыу кабинеттары махсус йыһазландырылып, заманса зауыҡ, уңайлыҡтар менән тәьмин ителгән.

Колледж нигеҙендә Башҡортостанда туризм һәм ҡунаҡсыллыҡты үҫтереү буйынса кадрҙар әҙерләү үҙәге ойошторолған. Кластерға тағы ла туғыҙ урта махсус уҡыу йорто менән ун бер эш биреүсе ингән. Тәүмаҡсат-практик яҡтан әҙер, юғары һөнәри компетенцияға эйә дипломлы белгестәр сығарыу.

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында мәғлүмәт системалары һәм программалау, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге буйынса ла белгестәр әҙерләнә. Йәштәргә һөнәр үҙләштереүҙә заманса шарттар булдырыла. Уҙған быуаттың 80-cы йылдарында төҙөлгән бинала федераль программа буйынса капиталь ремонт та уҙғарылған.

Башҡортостанда һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү буйынса комплекслы эш алып барыла. Педагогтар һәм студенттар өсөн дәртләндереү саралары ҡаралған, уҡытыуҙа алдынғы методикалар индерелә, эш биреүселәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған, шул уҡ ваҡытта тармаҡ инфраструктураһына ла ярҙам күрһәтелә.

Быйыл капиталь ремонт федераль программаһы буйынса республиканың өс колледжы төҙөкләндерелде. «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыу ҙа һөҙөмтә биргән-мәғариф-производство үҙәктәре 19-ға етте. 2026 йылда тағы ла һигеҙ кластер ойошторолоп, республика был йүнәлештә лидерлыҡ позицияларын һаҡлап ҡаласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ