Баймаҡта Яңы йыл әкиәте сәхнәләштерелде

Баймаҡ район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләгән «Ат Юлий һәм Яңы йыл» тип аталған әкиәт мөғжизәгә ышандырҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Район мәҙәниәт йорто артистары «Ат Юлий һәм Яңы йыл» тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша әҙерләне. Беренселәрҙән булып уны Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе, саҡырылған ҡунаҡтар ҡараны. Персонаждарҙың сағыу кейемдәре, сәхнәнең тематикаға ярашлы биҙәлеше, геройҙарҙың оҫталығы балаларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.

Йырлы-бейеүле музыкаль тамашаны ҡарап, уҡыусылар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ял итте. Мөхәббәт һәм берҙәмлек тойғоларын уятыусы мажаралы, мөғжизәле яңы йыл әкиәте бәләкәй тамашасыларҙың йөрәктәрен йылылыҡҡа сорнаны.

Анна Сиражетдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ