Бөгөн Әбйәлил районының Буранғол ауылында Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов иҫтәлегенә стела асылды. Унда билдәле иҡтисадсының шундай һүҙҙәре яҙылған. Ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов һөйләй.
Илдар Ғәбитов 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт һәм публицистик мәҡәләләр, башҡортса сканвордтар авторы. Быйыл ғинуарҙа 64 йәшендә вафат булды.




