Рәсәй хөкүмәте масхус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын киңәйтте

2026 йылда ветерандарҙы шифаханаларға оҙатып барыусыларға юл, йәшәү һәм ашау хаҡы түләнә. Документҡа премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Бында һүҙ беренсе төркөм инвалид булған һәм медицина күрһәтестәре буйынса оҙатып йөрөүсегә мохтаж хәрбиҙәр тураһында бара. Башҡортостан шифаханаларында 8 меңдән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың яҡындары һаулығын нығытҡан. Республикала яугирҙар һәм ветерандар өсөн 50-нән ашыу социаль ярҙам сараһы ҡаралған. Быйыл ошо маҡсатта 30 миллиард һум тотонолған.

Фото №1 - Рәсәй хөкүмәте масхус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын киңәйтте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ