Өфө районынан ағалы-ҡустылы Рауил менән Рәил Шәнгәрәевтар махсус хәрби операция биләмәһенә ике тиҫтәгә яҡын автомобиль оҙатҡан. Транспорт сараһын улар күп осраҡта ҡулдан һатып ала һәм үҙҙәре ремонтлай. Машинаның өҫкө яғы алып ташлана, шулай уҡ алғы һыҙыҡта юлһыҙлыҡтан йөрөү өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдырыла. Рауил Шәнгәрәев-үҙе лә хәрби, әле яраланғандан һуң дауалау курсы үтә. Яҡындары менән ирекмәнлек эшенә ҡушылып, гуманитар ярҙам туплауҙа ла ҡатнаша. Егеттәр автомобилдәр менән шәхси посылкаларҙы яугирҙарға үҙҙәре илтәсәк.
Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы автомобилдәр менән тәьмин итеү башланғысы урындағы хакимиәт тарафынан да хуплау тапҡан. Шулай уҡ эргәләге сервис үҙәктәр ҙә машиналарҙы ремонтлауҙа булышлыҡ итә.



