Төҙөкләндерелгән сәхнәлә тәүге байрам концерты. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһында мәҙәниәт һарайы яңы һулыш алды. 1934 йылда шахтерҙар һәм урындағы халыҡ көсө менән төҙөлгән тарихи бинала ремонт эштәре тамамланды. 20-се быуаттың архитектура һәйкәле һаналған мәҙәниәт йортонда ижади коллективтар яңы йыл байрамына әҙерләнә. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Гирляндалар, күҙҙәр ҙә... Яңы йыл байрамы алдынан барыһы ла емелдәй. Яңы сәхнә, софиттар аҫтында нурҙар айырыуса сағыуыраҡ. Вокал коллективы төҙөкләндерелгән сәхнәлә тәүге концерттарҙың береһенә әҙерләнә. Һуңғы репетиция һәм сираттағы сығыш тамашасы алдында буласаҡ.
Тамаша залынан легендар сәхнә иҙәне генә алыштырылмай ҡалған. Ултырғыстар, түбә Башҡортостан ярҙамы менән тулыһынса яңырған. Бындау шарттарҙа ижад менән генә шөғөлләнәһең, ти вокал уҡытыусыһы Лилиә. Ҡала мәҙәниәт һарайына ла ул тап ремонттан һуң эшкә килгән. Быға тиклем тамаша залы йырларлыҡ түгел, ине, ти ханым.
820 урынға иҫәпләнгән тамаша залы, кинозал, хорография бүлмәләре, ҙур китапхана. Красный Луч ҡалаһының мәҙәниәт һарайы тотош өлкәлә иң ҙур һәм бай тарихлы бина. Башҡортостан ярҙамында уның йөҙҙәрсә квадрат метр ҡыйығы яңыртылды һәм өс йөҙ тәҙрә заманса пакеттарға алмаштырылды. Ҡала халҡы һәм шахтерҙар төҙөгән мәҙәниәт һарайы беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле архитектур ҡоролма, ғорурлығыбыҙ. Мәҙәниәт усағы һүнеп ҡалырға тейеш түгел, тип билдәләй сәнғәт эшмәкәрҙәре.
Совет архитекторҙары- ағалы-ҡустылы Весниндар төҙөгән мәҙәниәт һарайы тотош ил кимәлендәге ҡомартҡы. Рәсәйҙә бындай биналарҙың күп тигәндә өс-дүртәүһе генә һаҡланған. Шуға күрә был уникаль мәҙәниәт һарайын тергеҙеү дәүләт бурысы.
А.Кәбиров




