Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Дәүләт Советы 2.0» абруйлы рейтингында ТОП-20 губернатор исемлегенә инде. Уның авторы булараҡ «Минченко Консалтинг» коммуникация холдингы сығыш яһай. Эксперттар билдәләүенсә, төбәк властары экология һәм милли мәсьәләләр буйынса ҡаршылыҡ фонын ярайһы уҡ кәметкән. Бынан тыш, Халыҡ-ара кимәлдә Рәсәй-Тажикстан индустриаль технопаркы ойошторолоуы сағыу ваҡиғаға әйләнде. Быға Тура линия барышында ил президенты ла юғары баһа бирҙе. Республика Рәсәй яғынан проекттың төп тормошҡа ашырыусыһы. Шулай уҡ быйыл Башҡортостан кластер үҫеше кимәле буйынса ла Рәсәй төбәктәре милли рейтингын етәкләне.




