Был-республика художество гимназия-интернаты ятағы һәм кардиология үҙәгенең хирургия корпусы. Был хаҡта баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Ҡала мэры әйтеүенсә, коммуналь ресурстар булмауының сәбәбе булып 700 мм диаметрлы йылылыҡ селтәренең сафтан сығыуы тора. Әле урында авария бригадаһы эшләй.
Шулай уҡ йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүҙең түбәнәйтелгән параметрҙарында күп фатирлы 201 йорт, 28 дауалау учреждениеһы, туғыҙ балалар объекты, 11 уҡыу йорто һәм тағы 65 бина ҡала. Хәл даими контролдә тотола, проблема тиҙ арала хәл ителәсәк, тип белдергән ҡала етәксеһе.



