Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда рулгә эскән килеш ултырған 33 водитель туҡтатылған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға 1200 протокол төҙөлгән. Был Яңы йыл алдынан иғлан ителгән «Айыҡ водитель» операцияһының тәүге йомғаҡтары.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иҫкәртеү саралары республикала 26 декабрҙә башланды. Рейдтарға максималь һанда шәхси состав йәлеп ителгән. Юл-патруль хеҙмәте постары байрам саралары һәм күмәк йөрөү урындарында дежурҙа торасаҡ. Төбәктең баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов халыҡты иҫерек водитель тураһында тейешле урындарға хәбәр итергә саҡырҙы. Бының өсөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны һәм телеграмм мессенджерында чат-бот эшләй. Бөтә хәбәрҙәр ҙә аноним.
Ә был видео Өфө-Бөрө-Яңауыл юлында төшөрөлгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре сатлама һыуыҡта боҙолған автобусҡа ярҙам күрһәтә. Салонда 15 бала һәм ике уҡытыусы була. Улар Өфөнән Краснохолмский ауылына ҡайтып барған. Инспекторҙар тиҙ арала яҡындағы Удельно-Дыуанай ауылы мәктәбе директоры менән бәйләнешкә инә. Ул балаларға автобус ебәрә һәм йылы бина бүлә. Ватылған автобус эвакуаторҙа яҡындағы сервисҡа оҙатыла. Полицияның оператив эшмәкәрлеге арҡаһында ҡышҡы юлда бер кем дә зыян күрмәй һәм өшөмәй



