Афған һуғышы ветерандары Афғанстанға ингән көндө иҫкә алды

Рәсәйҙә ул рәсми дата булараҡ ҡабул ителмәһә лә, тарихи көн илдең төрлө төбәктәрендә билдәләнә. Бөгөн Өфөнөң «Ҡайғырыусы әсә» мемориалы йәнә локаль бәрелештәр ветерандарын бергә йыйҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙың яртыһы тиерлек 1979 йылдың декабрендә Афғастанға беренселәрҙән булып ингән. Ун йыл дауам иткән ҡан ҡойошта илебеҙ 15 меңдән ашыу һалдат-офицерын юғалта. Башҡортостандан ғына 343 кеше һәләк була. Интернациональ бурысын үтәп ғүмере өҙөлгәндәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң сарала ҡатнашыусылар мемориалға тере сәскә һалды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ