Баш ҡалала ҡышҡы сауҙа. Өфө ҡала хакимиәте тарафынан ойошторолған Яңы йыл алды йәрминкәһен һатып алыусылар был юлы ла көтөп алды. Байрам алдынан ауыл хужалығы уңғандары халыҡҡа күпләп ит, бал һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим итте.
«Артерия»сауҙа үҙәге алдындағы һатыу нөктәләре янында байрамса һәм күңелле. Дәртле көй-моңдар оҙатыуында республика фермерҙары баш ҡала халҡына үҙҙәре етештергән экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим итте. Халыҡ артистары Башҡортостан халҡына изге теләктәрен еткерҙе.
Архангел районынан Иван Тихонов халыҡҡа ун биш төрлө бал тәҡдим итте. Ул ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүсе өсөнсө быуын вәкиле. Сәскә балын биш йөҙҙән, ә саф йүкәнекен мең һумдан һатыуға сығарған
Көйәргәҙе районы Мораптал ауылы фермеры Шамил Бәширов иһә ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә. Ул быйыл 200 баш ҡаҙ үҫтергән. Баш ҡала үҙәгендә Яңы йыл алды йәрминкәһе ойошторолоуын ишеткәс, алыҫ тип тормай, Өфөгә килгән. Уңған фермер, һәр ғаиләнең байрам өҫтәлен Яңы йылда Морапталда үҫкән ҡаҙ биҙәргә тейеш, тип шаярта.
Өфөлә йәшәүселәр баш ҡала хакимиәте тәҡдиме менән ойоштороған байрам йәрминкәһендә Яңы йыл табынына төрлө тәмлекәстәр һәм кәрәкле ризыҡтар һатып алды.
Яңы йыл алды йәрминкәһенә фермерҙар һөт ризыҡтары, ит деликатестары, икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары, бал, ит, ҡош-ҡорт, балыҡ, емеш-еләк тәҡдим итте. Шулай уҡ майҙансыҡта сувенирҙар һатып алырға ла мөмкин ине.
Гүзәл Борханова



